Байназар ауылы ағинәйе Әсмә апай Хәлилованың өйөн эҙләп, боронғо колхоз баҫыуын бер иттек. Йәштәр төпләнгән төбәктә, матур-матур, ҡатлы-ҡатлы заманса йорттар һалынған урамда 80-де уҙған инәй йәшәмәйҙер, тигән яңылыш фекер аҙаштырып тегеләй-былай йөрөттө беҙҙе. Баҡтиһәң, инәйебеҙ ун йыл әүәл ошо яҡтан өй алып, йәштәр урамында йәштәрҙән артыҡ булмаһа, һис кәм түгел донъя көтөп, матур итеп йәшәп ята икән. Әсмә инәйҙең өйө ҡул эштәре музейы кеүек – сымыры донъяһын ырғаҡлап бәйләгән аллы-гөллө түшәктәре, диван япмалары, теккән, һырыған түшәктәре, йәйғор төҫөндәге ҡорамалары менән биҙәп, заманса шарттар булдырып, үҙе кеүек оҫта ҡыҙына, кейәүе һәм ейәндәренә терәк-таяныс булып йәшәп ятыуы. – 83 йәшкә киттем инде, шөкөр. Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, йүнле уҡыу эләкмәне – ете класс белем менән мөрхәтһенергә тура килде. Атай мәрхүмде миңә өс йәш саҡта һуғышҡа алғандар. VII класты бөтөү менән Кәртәле яланға һарыҡ көтөргә ебәрҙеләр. Әсәйем бик диндар кеше булды һәм ҡул эштәренә лә әүәҫ ине. Таҫ