Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы февралдә бик сағыу, ҡыҙыҡлы мәҙәни сараның үҙәгенә әүерелде. Бында 9 – 15 февралдә “Үҙ юлың” кино фестивале ойошторолдо. Ҙур форум Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙҙы. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: тамашасылар менән бергә беҙҙең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фильмдарҙы барыбыҙға ла өлгө булып хеҙмәт итерҙәй билдәле шәхестәр – артистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар, медиа-персонаждар – ҡараны һәм тикшерҙе. Уларҙың юлы, уны нисек табыуҙары һәм аҙағына тиклем ҡурҡмай барыуҙары тураһында һөйләгән фильмдар күрһәтелде. Еңеүсе кинотаҫмалар инде тамашасыларҙың тауыш биреүе буйынса һайланды. Өфөгә Сербия, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Үзбәкстандан фестивалдә ҡатнашыусылар, баһалама ағзалары, башҡа ҡунаҡтар килде, илебеҙҙең бүтән төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербургтан да вәкилдәр булды. Фестивалдең географияһы Өфө, Тула, Кострома, Дондағы Ростов һәм Мәскәү ҡалаларын үҙ эсенә ала, шулай булһа ла, кин