“Төрлө пособиелар индексацияланды, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине... З. ФӘРРӘХОВА”. – 1 февралдән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ҡайһы бер түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы индексацияланылар. Социаль фонд, былтырғы инфляция кимәленә ярашлы, уларҙы 11,9 процентҡа күтәрҙе. Социаль түләүҙәрҙе индексациялауға 150 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлделәр. Улар араһында балалы ғаиләләргә түләүҙәр, әсәлек капиталы, инвалидтарға һәм ветерандарға түләүҙәр кеүектәре бар. Мәҫәлән, быйыл беренсе балаға әсәлек капиталы күләме 587 мең һумға тиклем артты. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән ике бала булған осраҡта – 775628 һум. Беренсе балаға әсәлек капиталын файҙаланған һәм артабан бала тапҡан йәки тағы бер баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы күләме 188682 һумға тиклем артты. Әсәлек капиталын файҙаланмаған ғаиләләр аҡсаһын да индексацияланылар. Ай һайын түләнгән аҡсалата түләүҙәр ҙә 11,9 процентҡа артты. Башҡортостанда уны 290 мең кеше ала. Улар – инвалид