Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс йәшкә тиклемге балағыҙ бар икән...

“Әсәлек капиталынан түләүҙәр алыуға кемдәрҙең хоҡуғы бар? Альбина. Өфө ҡалаһы”. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандағы өс йәшкә тиклемге балалары булғандар әсәлек капиталынан түләү алыу хоҡуғына эйә. Уның суммаһы – балаға бер йәшәү минимумы. Башҡортостанда ул – 12 мең 271 һум. Әсәлек капиталынан түләнгән аҡса, ғаиләләге нисәнсе бала булып тыуыуына ҡарамаҫтан, өс йәшкә тиклемге ҡыҙға йәки малайға бирелә. Элек бындай түләүҙәрҙе өс йәшкә тиклемге икенсе балаға ғына рәсмиләштереп була ине. Түләүҙе тәғәйенләү шарттары: l һәр ғаилә ағзаһына төбәк­тәге һәр кемгә килеме ике йәшәү минимумынан күп булмағандар дәғүә итә. Башҡортостанда был сумма 25 мең 300 һумдан күп булмаҫҡа тейеш; l түләү мохтажлыҡҡа комплекслы баһа бирелмәйенсә түләнә – йәғни ғаилә милке иҫәпкә алынмай һәм “нуль кимәле ҡағиҙәһе” ҡулланылмай; l бындай түләүгә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгәндәр дәғүә итә ала. Түләү тәғәйенләнмәй, әгәр: l бала тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булһа; l ғариза биреүсе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә йәки хоҡуғы сикләнһә. Пособиены “Дәүләт хеҙмәт­тәре” порталында; Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә https://sfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032күп функциялы үҙәктә https://mfcrb.ru/ рәсмиләштерергә мөмкин. Рәсәй Социаль фондының төбәк бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-600-02-21. Айһылыу НИЗАМОВА