Һеҙҙең алда фотола - Өфө эшҡыуарҙары Руслан Йыһангиров һәм Владимир Дубровский. Улар махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәргә ярҙам итә. Руслан менән Владимирҙың компьютер һәм мобиль техниканы ремонтлау буйынса үҙ оҫтаханаһы бар. Унда йәштәр 3D-принтерҙа ВОГ-17 гранаталары өсөн деталдәр эшләй. Улар төшөү һәм шартлау урынын анығыраҡ билдәләү өсөн кәрәк. Шулай уҡ егеттәр ампулаларҙы һаҡлау өсөн кейс эшләй. Был эштә уларға “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ярҙам итә. Әйткәндәй, Руслан үҙе лә “Урал” эҙләү отрядтарында, ә әле экспедицияла. Эшҡыуарҙар квадрокоптер өсөн деталдәр һатып алырға, һуңынан уны үҙҙәре йыйып, яугирҙәргә ебәрергә ниәтләй. Афарин, егеттәр! Сығанаҡ: vk.com/glavbash?w=wall-144352066_233484