Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотонолған 48,5 миллиард һумдың 39 миллиарды федераль ҡаҙнанан килгән. Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, республика былтыр федераль ҡаҙнанан ошо маҡсатҡа 2021 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк аҡса йәлеп итә алған. Ул ниндәй проекттарҙы башҡарыуға йүнәлтелгән, артабан ҡайһыларына өҫтөнлөк биреләсәк һәм беҙҙең үҫешкә быларҙың йоғонтоһо нисек күҙаллана? Бер йүнәлеш тә аҡһамай – Республикала бөтә 49 төбәк проекты буйынса ла планлаштырылған күрһәткестәргә ирешәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, кәңәшмәлә сығыш яһап. Башҡортостан етәксеһе милли проекттар сиктәрендәге ҙур социаль объекттар төҙөлөшөн билдәләнгән ваҡыт эсендә тамамлау кәрәклеген әйтте. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновтың сығышынан күренеүенсә, федераль ҡаҙнанан бүленгән 39 миллиард һумға төбәгебеҙҙә 28 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән, 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған, өс мең дананан ашыу медицина ҡорамалы һатып алынған. Бынан тыш, 27 мәҙәниәт учреждениеһы йүнәтелгән, 10 заманса кинозал асылған, 126 йәмәғәт майҙаны төҙөкләндерелгән, 146,7 километр автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән. Медицина ярҙамы – яңы модель буйынса Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Быйылға уларҙы финанслау күләме 7,92 миллиард һум тәшкил итте, шуның 5,95 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. 1) “Тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү”. Был төбәк проектында 93 дауалау учреждениеһы ҡатнаша; 2) “Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы моделе”. Был проектта ла тиҫтәләрсә медицина ойошмаһы уңышлы эш башланы; 3) “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”. Былтыр үҙ составында төбәк ҡан тамырҙарын дауалау үҙәктәре булған һигеҙ медицина ойошмаһы ҡайтанан йыһазландырылды. Улар өсөн алынған 43 медицина ҡорамалының алтауһы юғары технологиялы. Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһында, Өфөнөң 21-се дауаханаһында, Нефтекама һәм Мәсәғүт дауаханаларында яңы компьютер томографтары урынлаштырылды; 4) “Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш”. Ошо проект сиктәрендә онкология сирҙәрен дауалаған ете ойошма медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителде, шул иҫәптән Республика онкология диспансеры өсөн мультиспираль компьютер томографы алынды; 5) “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу”. Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Минең сәләмәтлек” исемле шәхси кабинет асыу мөмкинлеге булдырылды. Был дистанцияла хеҙмәтләндереү йылдан-йыл камиллаштырыла бара. Былтыр октябрҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәр кем үҙенең электрон медицина документтарын асып ҡарау форсатына эйә; 6) “Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү, шул иҫәптән – балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын ойоштороу”. Ошо төбәк проектына ярашлы, Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөүгә федераль ҡаҙнанан 1,3 миллиард һум бүленгән. Әле объектта биҙәкләү эштәре бара; 7) “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау”. Ошо проект программаларының береһе буйынса Бөрө ҡалаһында һәм Саҡмағош ауылында яңы поликлиникалар асылды. Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә лә поликлиника төҙөлөшө тамамланып килә. Бер юлы бында буласаҡ дауалау ойошмаһы медицина эшмәкәрлегенә лицензия юллауҙы башланы. Былтыр шулай уҡ Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында һәм Баймаҡ ҡалаһында ла балалар поликлиникалары төҙөлөшөнә нигеҙ һалынды. Үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса 54 табип 1,5-әр миллион һум, 37 табип – берешәр миллион һум, 30 фельдшер – 750-шәр мең һум, биш фельдшер 500-әр мең һум алған. “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, былтыр өс фельдшерға 500-әр мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Мохтажлыҡ ҙур булған махсуслашыуға эйә ике табип берешәр миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсация алған. Бынан тыш, ауыл еренә эшкә 2017 йылда уҡ барған 27 табипҡа берешәр миллион һум тапшырылған. Баш ҡала өлгө күрһәтә Күптән түгел Өфөлә төрлө тармаҡтарҙы күҙ уңында тотҡан милли проекттарҙың үтәлеше буйынса ҙур кәңәшмә булды. Ҡала хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестициялар идаралығы етәксеһе Тимур Хафизов белдереүенсә, был маҡсаттарҙың үтәлешенә 5 миллиард 78 миллион һум йүнәлтелгән. Был проекттарҙың иң ҙурҙарының береһе – Өфө районының Зинин ауылы эргәһендәге транспорт айырсаһын төҙөү. Ул быйыл тулыһынса тамамланырға тейеш. Шулай уҡ Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялау һәм Ибраһимов бульварына капиталь ремонт ҙур күләмле эш булды, улар күптән түгел тамамланды. Былар барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла. – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” төбәк проектына ярашлы, “Ағиҙел аръяғы” биҫтәһендә инженер селтәрҙәрен һалыу дауам итә, проект бер нисә йылға иҫәпләнгән, уның тәүге этабын 2023 йыл аҙағында тамамларға иҫәп тотабыҙ, – тине Тимур Хафизов. – Был селтәр төҙөлөшөнә туғыҙ миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Ошо уҡ проект сиктәрендә быйыл Өфөнөң яңы биҫтәләрендә юл инфраструктураһы объекттарын төҙөү башлана. “Сағыу” биҫтәһендә һәм Дим районының Кустарь күленән көнсығышта яңы биҫтәләр барлыҡҡа киләсәк. Был эштәр буйынса муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Идаралыҡ етәксеһе әйтеүенсә, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты буйынса баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә бер нисә урында урамдарҙы төҙөкләндереү башланған, шулай уҡ Дан бульварында ла төҙөкләндереү эштәре бара. Эш өсөн был урындар халыҡ араһында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайлап алынған. Өфөлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тик төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәренә генә ҡайтып ҡалмай. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендәге “Заманса мәктәп” төбәк проекты буйынса, мәҫәлән, 26 мәктәптә биналарҙы ҡайтанан йыһазландырыу һөҙөмтәһендә өҫтәмә 1 136 урын булдырыуҙы финанслауға ғаризалар бирелгән. Шулай уҡ ҡаланың консультация үҙәктәрен ойоштороу эше лә дауам итә. Был маҡсатҡа федераль грант саралары йәлеп ителәсәк. “Һәр баланың уңышы” проекты буйынса 11 мәктәптә 679 уҡыусыға урын булдырыу планлаштырыла. “Демография” милли проекты сиктәрендә “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла барһа, “Мәҙәниәт” милли проекты баш ҡалалағы 7-се балалар музыка мәктәбен капиталь ремонтлауҙы һәм уға музыкаль ҡоралдар алыуҙы күҙ уңында тота. Ҙур объекттар иҫәбендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән Рус дәүләт академия драма театрын реконструкциялауҙы күрһәтергә мөмкин. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев бөтә яуаплы ойошмаларға был төҙөлөш эштәренең графикка ярашлы барыуын күҙәтергә һәм эште ҡабул иткәндә сифатҡа иғтибар йүнәлтергә ҡушты. Төп талап – килешеүҙәрҙең тейешенсә үтәлеше Ә муниципаль берәмектәрҙә милли проекттар сиктәрендә билдәләнгән бурыстар нисек үтәлә? Республика Хөкүмәтенең һуңғы ултырыштарының береһе шул мәсьәләгә арналғайны. Унда заказсылары урындағы үҙидара органдары булған объекттар буйынса килешеүҙәрҙең тейешле кимәлдә төҙөлөүенә һәм үтәлештәренең контролдә тотолоуына ҙур иғтибар бирелде. – Бөгөнгә милли проекттарҙы финанслау кимәленең 28 проценты урындағы бюджеттарға тура килә, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Сығымдарҙың иң ҙур өлөшө яңы объекттар төҙөүгә, булғандарын реконструкциялауға йәки капиталь ремонтлауға, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Премьер-министр билдәләүенсә, йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле һөҙөмтәләргә ирешеүҙә муниципаль кимәл мөһим элемент булып тора. Район һәм ҡалаларҙағы 25 капиталь төҙөлөш объектының унауһында бөтә эштәр былтырғы йыл аҙағында тамамланды ла инде. Эш күләме ҙур әле: 126 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерәһе бар, шулай уҡ Бәләкәй һәм уртаса ҡалаларҙа һәм тарихи ҡасабаларҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың IV һәм V Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеп сыҡҡан эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә республика Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, ҡаҙна сығымының 90 проценты ҡала һәм райондарға “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттарын үтәүгә бирелгән. Кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура, Транспорт һәм юл хужалығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына ошо йүнәлештә муниципалитеттарға ярҙам итеүҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушылды. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН