Быйыл күренекле башҡорт шағиры һәм драматургы Рәмил Дәүләтҡоловтың (Ҡол-Дәүләт) тыуыуына 65 йыл тула. Ул Әбйәлил районының Әлмәхәмәт ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн шағир тыуған ауылда республикалағы берҙән-бер рухиәт музейы бар. 2013 йылда асылған музей ғалим Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев һәм шағир Рәмил Ҡолдәүләтов исемен йөрөтә. Ауылдаштары үҙҙәренең күренекле шәхестәрен онотмай. Шиғриәт көнөндә һәм Рәмил Ҡол-Дәүләттең тыуыуына 65 йыл тулыу айҡанлы, Әлмөхәмәт ауыл китапханаһында шағирҙың шиғырҙарын һөйләү буйынса конкурс үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Сәғиҙә Ҡасимова ойошторған. - Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижады һәр кемгә яҡын, уның шиғырҙарында тыуған яҡҡа, тәбиғәткә ҡарата һөйөү, мөхәббәткә дан йырлана. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай, спектаклдәрен сәхнәләштерә. Шағирҙың ижадын һөйөүселәр бөгөнгө конкурста бик теләп ҡатнашты, барыһы ла шағирҙың шиғырҙарын ятҡа һөйләне. Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарынан торған "Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары" вокаль ансамбле сығыштары барыһын да һоҡландырҙы. Ижад һәм шиғриәт, күңел һәм яҙ байрамында ысын мәғәнәһендә шағир һүҙе ишетелде, уның шиғырҙары яңғыраны, - ти Сәғиҙә Нуретдин ҡыҙы. Конкурста беренсе урынды Дилә Рәхимова (Яңы Балапан) менән Гөлниса Ниғмәтуллина (Тал Ҡусҡары) алды. Икенсе урын Ильяс Әхтәмов (Әбделмәмбәт) һәм Эльвира Батталоваға (Дәүләт) бирелһә, өсөнсө урынды Райхана Исламова (Байым) менән Зөлфиә Әхмәтова (Әбдрәш) бүлеште. Еңеүселәрҙең һәр береһенә Мәүлит Ҡасимов әҙерләгән бүләктәр тапшырылды, Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Автор һәм Рәхимә Мусина фотолары.