Бисмилләһи р-рәхмәни р-рәхим!Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы мҽнән тәбрик итәм!Барығыҙға ла Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхҽт насип әйләһен. Амин! Изге Ҡөрьән-Кәримдең "Әл-баҡара"(Һыйыр) сүрәһе 183-сө аятында "Әй, һеҙ иман килтергәндәр, һеҙгә Ураҙа фарыз булған һымаҡ, һеҙҙән алда йәшәгән халыҡтарға ла ул фарыз ҡылынғайны, бәлки, нәҡ һеҙ Ураҙа тотоп, тәҡүәлеләрҙән (Аллаһтан ҡурҡыусылар) булырһығыҙ" тип мөрәжәғәт итә Бөйөк зат Раббыбыҙ. Эргәлә һөрөлгән баҫыу күренеп ята. Уны тиҙҙән эшкәртеп, тырматып иген сәсерҙәр һәм көҙ, әлбиттә, уңышын урып алырҙар.Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙҙең тормошобоҙ ҙа ошо баҫыуға оҡшағандыр. Беҙ ғүмер буйына һөрөп, эшкәртеп, сәсәсәкбеҙ.Ә орлоҡтары уның Ислам диненең биш терәгелер: тәүгеһе - Шәһәҙәд, икенсеһе - Намаҙ, өсөнсөһө - Зәҡәт, дүртенсеһе - Ураҙа һәм һуңғыһы - Хаж. Шулай уҡ гонаһтан тыйылыу, мосолман һәм халыҡ йолаларын үтәү, милли байрамдарҙы инҡар итмәү, дини һәм фәнн