“БашДТП” телеграм-каналында иртә менән 18-се дауахананың 2-се поликлиникаһына анализ бирергә килгән ирҙең хәле кинәт насарланыуы һәм вафат булыуы тураһында видео күренгәйне. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте фажиғәле хәлгә ҡарата аңлатма бирҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”. “10 мартта 08.34 сәғәттә ир поликлиникаға табип тәғәйенләгән лаборатор тикшеренеүҙәрҙе тапшырырға килә. Һаҡсы ирҙең хәле насарланыуын күреп, уға кушеткаға ятырға тәҡдим итә һәм кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты фельдшерын, кардиолог һәм ашығыс медицина ярҙамы бригадаһын саҡырта. 08.41 сәғәттә пациенттың йөрәк эшмәкәрлеге туҡтай. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ урында реанимация сараларын башлай. 08.52 сәғәттә ашығыс ярҙам бригадаһы килеп етеп, ярҙам күрһәтеүгә тотона. Йөрәк-үпкә реанимацияһы башланғандан 30 минут үткәс, пациенттың биологик үлеме билдәләнгән”, – тигән аңлатма бирҙе министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. “Пациент терапевта, кардиологта, неврологта һәм урологта диспансер иҫәбендә торған. Төп диагнозы – инфаркттан һуңғы кардиосклероз һәм хроник йөрәк етешмәүсәнлеге үҫеше менән барған йөрәк ишемияһы сире. Бер көн алда ул табип тарафынан тикшерелгән, тейешле аппараттарҙа тикшереү үткән, хәле ҡәнәғәтләнерлек булған. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша”, – тип өҫтәнеләр ведомствола. Фото: БашДТП.Телеграм