Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөнәренә ғашиҡ гүзәл зат

Ул - тормошҡа ғашиҡ гүзәл зат - өс тиҫтә йылдан артыҡ мәҙәниәт йортонда методист булып эшләй. Балмазы ауылы халҡы мәҙәниәт йортона теләп йөрөй. Һөнәренә ғашиҡ методист Хәмиҙә Дәүләтгәрәеваның тырыш хеҙмәтенә был ҙур баһа. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тыуа. Ул алты сабыйҙың дүртенсеһе була. Бала саҡтан улар ауыл тормошо ауырлыҡтарын иңдәрендә татып, хеҙмәт һөйөргә өйрәнеп үҫә. Мәктәптә әүҙем уҡыусы була, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә ярата, оҫта һүрәт төшөрә. Белем усағында ойошторолған барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, ә уҡыуҙан буш ваҡытында китапханаға һәм клубка йөрөй. Унда бик күңелле була: төрлө кисәләр, байрамдар ойошторола, театр, әҙәби түңәрәктәр эшләй, кисен бейергә йәштәр йыйыла. - Мин күберәге йырларға, китап уҡырға, шиғыр һөйләргә ярата инем, — тип һөйләй ул. — Мәктәпте тамамлағандан һуң унда эшкә урынлаштым. Миңә бында ныҡ оҡшай ине. Йәш ҡыҙ урындағы мәҙәниәт эшен етәкләй. Ул ауылдаштарының тормошон, ялын йәмлерәк, йөкмәткелерәк итергә тырыша. Концерт йәки байрам кисәһе әҙерләй, балалар менән — конкурс программаһы, йәштәр менән дискотекалар ойоштора, ололарҙы, балаларҙы йыйып, һәләттәрен үҫтерергә түңәрәктәр аса. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы һәр кешелә ниндәйҙер һәләт бар, уны үҫтерә белергә генә кәрәк тип иҫәпләй. Быны район һәм республика конкурстарында алынған дипломдар һәм Почет грамоталары дәлилләй. Уның билдәләүенсә, сираттағы сараға әҙерләнеү яуаплы ла, мауыҡтырғыс та. Ярҙамсылары менән ул костюмдар, декорациялар уйлай, репетициялар үткәрә. Ҡайһы саҡта төндә лә йоҡламай сценарийҙы күҙ алдына килтереп, кемгә ниндәй костюм йәки ниндәй роль килешкәнен уйлап ята. Мәҙәниәт йортонда 25 йылдан артыҡ 30-ҙан 70 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән “Аҡ тулҡындар” вокаль коллективы эшләй. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы менән бергә улар барлыҡ байрам сараларында ҡатнаша. Мәҙәни традициялар тергеҙелә, балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләнә, ауылда тормош йәнләнә. Әҙәби тематик кисәләр, кис ултырыуҙар йыш үткәрелә, тарихи материалдар һаҡланған музей мөйөшө лә бар. - Йыл һайын Яңы йыл, 8 Март, Әсәйҙәр, Оло йәштәгеләр көнө һәм башҡа байрамдарҙы һәр ваҡыт төрләндереп үткәрергә тырышам, — тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша Хәмиҙә Дәүләтгәрәева. — Нимә булырын алдан белеп торһалар, кешеләргә ҡыҙыҡ түгел. Шундай уҡ хәл театраль тамашалар менән дә. 2007 йылда беҙ районда беренселәрҙән булып Унлар ырыуының Шәжәрә байрамын үткәрҙек. Үҙем дә ошо ырыу вәкиле. Беҙҙең районда үткән Унлар ырыуы республика йыйынында ҡатнаштыҡ. Унда музейҙа һаҡланған боронғо әйберҙәрҙән, милли кейемдәрҙән бай күргәҙмә ойошторҙоҡ. Йәйен клубта ваҡытлыса ғына тынлыҡ урынлаша. Ауыл халҡы баҡса, бесән эше менән мәшғүл. Башҡа ерҙәрҙәге кеүек үк ир-егеттәрҙе үҙешмәкәр сәнғәткә ылыҡтырыу ауыр икән. “Бер нисек тә сәхнәлә сығыш яһарға теләмәйҙәр, оялалар”, — тип йылмая клуб мөдире. Былар, әлбиттә, тормош ваҡлыҡтары, иң мөһиме, клуб ауылда кәрәк, һәм ул эшләй. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙын район етәкселеге лә хөрмәт һәм яҡшы һүҙ менән ҡылыҡһырлай. Әүҙем, үҙ-үҙенә ышанған, тырыш, һөнәренә ғашиҡ гүзәл зат, тиҙәр уның хаҡында. Эше өсөн янып йәшәгән хеҙмәткәр бар икән, Балмазыла мәҙәни тормош һүнмәйәсәк. Хәмиҙә Дәүләтгәрәеваның ғүмере тыуған ауылында үтә. 2018 йылдан ул хаҡлы ялда, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ, ләкин һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөнгө көнгә тиклем методист булып эшләүен дауам итә. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 2011 йылдан башлап - ауыл старостаһы. “Изге күңелле, хәстәрлекле, ауылдаштары ҡайғыһына һәм проблемаһына иғтибарлы кеше ул”, — тип рәхмәт әйтә уға балмазылар. Берҙәм тырышлыҡ менән ауылда юлды ремонтлайҙар, һыу үткәрәләр, мал зыяраты төҙөп ҡуялар. Методист етәкселегендә төҙөкләндереү буйынса өмәләр үтә. 18 йәшенән һайлау комиссияһында ҡатнаша, секретары ла була, ә 2002 йылдан 2018-гә тиклем участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара, бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлана. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы өсөн ғаиләһе лә беренсе урында. Ваҡытында ошо ауыл егете Әхнәф Ғәлихан улына кейәүгә сыға. Йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп, улдары Әлфис, ҡыҙҙары Руфина тыуа. Ләкин уларға бергә бәхетле ғүмер кисерергә насип булмай, тормош иптәше иртә мәрхүм була. Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы туғыҙ йәшлек улы һәм 10 айлыҡ ҡыҙы менән тол ҡала. Уға яңы өйҙө лә яңғыҙына күтәртергә, балаларҙы ла аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ғаиләне ҡарар өсөн бар тырышлығын, көсөн һала. Күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Ҙур баҡсаны ла эшкәртә, ҡарай. Хәҙер балалары уҡып сыҡҡан, ғаилә ҡорған. Әлфис Абыҙ ауылында йәшәй, өй төҙөп сыҡҡандар. Руфина Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Бөгөн бәхетле өләсәйҙең ике ейәнсәре һәм ейәне үҫеп килә. Тормош йылдар дауамында мәҡәләм геройының холҡон сыныҡтырған. Ул көслө рухлы, сәләмәт тормош яҡлы. Йәйен һыу инергә, тәбиғәттә йөрөргә, еләк, бәшмәк йыйырға ярата, ҡышын саңғыла йүгерә. Ҙур баҡса ла тырышлыҡ һәм иғтибар талап итә. Матурлыҡҡа ғашиҡ һәм уңған гүзәл зат гөлдәр үҫтерә, төрлө ризыҡтар бешерә. Ҡунаҡсыл хужабикәне яҡындары, күршеләре, дуҫтары ярата һәм хөрмәт итә. Люция Карамова яҙмаһы. Ҡариҙел районы. Сығанаҡ: yantiyak.ru Фотолар: vk.com/id199962280