Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аграр сәйәсәт йүнәлештәре билдәләнде

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин Волга буйы федераль округы төбәктәрендә агросәнәғәтте үҫтереү юлдары тураһында кәңәшмә уҙғарҙы. Республика етәксеһе үҙ сығышында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына тармаҡҡа йоғонтоло ярҙам иткәне һәм төбәк башланғыстарын хуплағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ауыл халҡы исеменән министрлыҡ командаһына һәм шәхсән министр Дмитрий Николаевич Патрушевҡа аграр сәнәғәт комплексына ярҙам өсөн рәхмәт әйтәм. Дәүләт программалары артабан да эшләр тип ышанабыҙ һәм беҙ уларҙа ҡатнашырға әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Тармаҡ йылдам үҫә, уҙған йыл күп кенә күрһәткестәр буйынса беҙҙең өсөн рекордлы булды. Яҡшы уңыш алдыҡ”. Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығының продуктлылығын күтәреү буйынса аграр сәнәғәттең төп йүнәлештәрен дә билдәләне. “Беҙҙең эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрән береһе – тармаҡтың технологик үҫеше. Ауыл хужалығы техникаһы паркын әүҙем яңырта барабыҙ. Һуңғы йылдарҙа импортҡа алмаш менән шөғөлләнәбеҙ. Ауыл хужалығы машиналары эшләү йәнләнә бара. Ҡайһы бер яңылыҡтарҙы бөгөн ҡараған “Агрокомплекс” күргәҙмәһендә лә күрҙек”, – тине Радий Фәрит улы. Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.