Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңауыл яңырғандан-яңыра

Яңауыл ҡалаһынан 33 ғаилә иҫке торлаҡтан яңы фатирҙарға күсте. Кирбес заводы урамындағы 14-се, 16-сы йорттар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектына ярашлы төҙөлгән. "Бөгөн Яңауылдағы 33 ғаиләнән 65 кеше яңы фатирға эйә булды. Әлеге ваҡытта Яңауыл районы Башҡортостандың граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаһының дүртенсе этабында ҡатнаша. Был программаға ярашлы, Яңауылдағы һәм Мишкә ауылындағы 28 авариялы йорттан 224 кешене күсерәһе ҡалды", - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. Тантаналы сарала республиканың Авариялы торлаҡ фонды мониторингы үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Виталий Гайдук, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу бүлеге етәксеһе Рита Төхвәтшина, Яңауыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев ҡатнашты. Әйткәндәй, 2021 йылда Яңауыл районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы 103 йорт һүтеп алынған, райондағы 1500-дән ашыу кеше торлаҡ асҡысы алған. Фото: building.bashkortostan.ru