Бигерәк тә гүзәл зат вәкилдәре үҙенең холестерин кимәле тураһында яҡшы белергә тейеш, сөнки, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, тап уларға холестериндың күтәрелеүе янай. 20 йәше тулып уҙған ҡатындарҙың яҡынса 45 процентының холестерин кимәле 5 ммоль/л йәки унан юғарыраҡ була. Был иһә саманан тыш тип һанала. Шул уҡ ваҡытта холестерин менән бергә үлсәнгән триглициридтар, ҡандағы май төрө, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, гүзәл зат вәкилдәре өсөн хәүефлерәк. Ә уның юғары кимәлдә булыуы йөрәк сирҙәренә, инсультҡа илтә, шуға үҙеңдең холестерин кимәлен белеү мотлаҡ. Ашаған аҙыҡ-түлектә калорий күберәк икән, уларҙың артығы организмда - триглициридтарға, ә улар май күҙәнәктәренә әйләнә. Триглициридтар организмға энергия алыу өсөн кәрәк булһа ла, уның артығы сәләмәтлек өсөн хәүеф янай. Был – йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты сирҙәре, һимеҙлек һәм башҡалар. Йәш буйынса холестерин нормаһы: йәш Дөйөм "Насар" (ммоль/л) "Яҡшы" (ммоль/л) 20-30 3,16-5,75 1,48-4,25 0,85-2,1530-35 3,37-6,27 1,81-4,45 0,93-2,1240-50 3,81-6,86 1,92-4,82 0,88-2,2550-60 4,20-7,77 2,28-5,44 0,96-2,3560-70 4,45-7,85 2,59-5,72 0,98-2,4870-тән өлкәндәр 4,48-7,25 2,49-5,34 0,85-2,38 Сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ, табипҡа даими күренегеҙ. Фото: smartik.ru