Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған яҡташы тураһында яҙған. "Хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәне, үҙ-үҙен аямағы өсөн Рәсәй Президентының Указы нигеҙендә, Илдар Фәйрүзов үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән, – тигән Әнис Ҡасим улы. – Яҡташыбыҙ былтыр августа махсус хәрби операция зонаһында, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Ул Ватаныбыҙҙы һаҡланы, илебеҙ өсөн ғүмерен бирҙе. Беҙ арыҫлан йөрәкле яҡташыбыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, батырға мәңгелек дан!" Әнис Әсәҙуллин яҙыуынса, Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары буйынса хәрби комиссар Рәфис Фәтихов оператив кәңәшмә барышында Геройҙың ҡатыны Миләүшә Рафаил ҡыҙына иренең юғары наградаһын тапшырған. Фото Әнис Әсәҙуллиндың сәхифәһенән.