Бөгөн Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә “Агросәнәғәт-2023” форумы һәм уның сиктәрендә “АгроКомплекс-2023” 33-сө халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе асылды. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы һәм Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы һәм башҡалар. Форумда һәм күргәҙмәлә Рәсәйҙең 37 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытайҙан, Беларусь Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан, Көньяҡ Кореянан ҡатнашалар. “Бөгөн Башҡортостанда 95 миллиард һумдан ашыулыҡ 60 эре проект тормошҡа ашырыла”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҙур форумды асыу тантанаһында. – “Машина-трактор паркы даими яңыртыла: былтыр ғына ла ауыл хужалыҡтары ихтыяжы өсөн өс мең берәмектән ашыу техника һатып алынды. Импортҡа алмаш маҡсатында ике мең төрҙән ашыу запчасть етештереү үҙләштерелде. Һанлы технологиялар әүҙем индерелә. Беҙ ит, һөт, бал етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, иген етештереүҙә Волга буйы округында тәүге өс