Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителгән "Ижад балҡышы" конкурсында ҡатнашыусы берҙән-бер көслө зат вәкиле - Балтас районы Иҫке Балтас Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Илшат Өлфәт улы Нурҡаев. Ул бында 2006 йылдан алып эшләй. Белемле, ҙур тәжрибәле, ышаныслы, яуаплы уҡытыусы изге күңелле, ғәҙел булыуы менән уҡыусыларҙың күңелен яулаһа, юморға байлығы дәрестәрҙә дуҫтарса мөхит булдырыуға ярҙам итә. Заманса белем биреү технологияларын һәм ысулдарын камил белә, уларҙы практикала һөҙөмтәле ҡуллана. Илшат Өлфәт улы Өфө сәнғәт училищеһын “Инструменталь башҡарыу” һөнәре буйынса тамамлаған. 2015 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары музыкаль белем ала. Шулай уҡ квалификацияны күтәреү курстарында уҡый. Бәйгесебеҙ баян класы буйынса шәхси дәрестәр алып бара, йәнә концертмейстерлыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Вокал бүлеге уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, шуның менән республика, Рәсәй, халыҡ-ара масштаб