Аҡмулла олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, Башҡортостандың һәм илдең башҡа юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә лә өҫтәмә балл ала. Был олимпиаданы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәрә һәм ул 2022-2023 уҡыу йылына Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Өҫтәмә балды рус һәм инглиз телдәре, математика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология һәм география фәндәренән алырға мөмкин. Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы исемлегенә индерелгән олимпиадаларҙа еңеүсе дипломын шәхси ҡаҙаныштар сифатында иҫәпкә алған юғары уҡыу йорттарында бирелә. Аҡмулла олимпиадаһы математика һәм химиянан алып экология һәм физик культураға тиклем төрлө йүнәлештәр буйынса уҙғарыла. Унда 8–11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала. Олимпиаданың финал этабы 25 – 31 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында туранан-тура үткәрелә: 25 мартта – физика, башҡорт теле һәм