Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре нисек йәшәй? Уларҙың Ватан һағындағы улдары борсолмаһын өсөн ауылдаштар ниндәй иғтибар һәм ярҙам күрһәтә? Ут эсендә йөрөгән улдарҙың да әсәйҙәренең нисек йәшәүе тураһында уйланмауы мөмкин түгел. Стәрлебаштар был йәһәттән яңғыҙ ҡалған әсәләрҙе хәстәрлек менән солғарға тырыша. Хәрби Алмас Йәһүҙиндең әсәһе Сафыя Әхмәҙулла ҡыҙы бер үҙе генә йәшәй. Мобилизация башланғанға тиклем үк улы үҙе теләп хәрби операцияға китергә ҡарар итә. Ошондай маҡсат менән Чечняға китә һәм “Әхмәт” махсус подразделениеһына инергә әҙерләнә. Медицина комиссияһы үтеп йөрөгәндә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә. Яҡташтары менән ошо тулҡынға эләгәләр. Ул медицина зонаһында хеҙмәт итә, яралыларҙы һуғыш яланынан алып сыға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Сафыя Әхмәҙулла ҡыҙының хужалығы ҙур түгел, ул кәзәләр һәм тауыҡтар аҫрай. Әммә ауыл ерендә һәр саҡ ир-ат ҡулы кәрәк, мәшәҡәттәр табылып ҡына тора. Ҡышҡа табан һарайҙы ремонтлау кәрәклеге килеп сыҡҡас, был хәстәрле