Был донъяға тыуғанһың икән, тормоштан йәм табып, уның матурлығын күреп, йәшәү мәғәнәһен тойоп ғүмер кисерергә кәрәктер. Бар ул шундай бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, яратып йәшәгән ғаиләләр. Зөләйха менән Мөхәмәт Сафиуллиндар - тап шундай матур ғаиләләрҙең береһе. Әлеге көндә улар Бөрйән районының Килдеғол ауылында иңгә-иң терәп, татыу ғүмер итә. Ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу уңайынан алтын туйҙарын билдәләгәндәр. Был уңайҙан уларҙы ҡотларға биш балаһы, 14 ейән-ейәнсәре, туғандары, яҡын кешеләре, дуҫтары йыйылған. Район хакимиәтенән, ЗАГС бүлегенән дә татыу ғаиләнең шатлығын бүлешеп, 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән тәбрикләгәндәр, Башҡортостан Башлығының изге теләктәрен еткергәндәр һәм бүләген тапшырғандар. Ғаилә башлығы Мөхәмәт Шәһит улы Сафиуллин ысын мәғәнәһендә хеҙмәт кешеһе - уның 43 йыл хеҙмәт стажы бар. Тәүҙә "Ағиҙел", һуңынан "Урал" колхозының алыштырғыһыҙ эшсеһе була. 9-сы класты тамамлағас, тракторсы һөнәрен үҙләштерә һәм 11 йыл ошо һөнәрҙе атҡара, шунан малсылыҡҡ