Бөгөн аҙна һайын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика торлаҡ-коммуналь хужалығының ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереүгә һәм күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға әҙерлеген ҡаранылар. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова 2023 йылда 30 муниципалитетта 206 ихата биләмәһен яңыртыу күҙаллана тип хәбәр итте. “Башҡортостан ихаталары” программаһының бюджеты уҙған йыл менән сағыштырғанда 200 миллион һумға – 1,2 миллиард һумға тиклем артты. Подрядсылар эшкә 18 апрелдән тотонорға һәм уларҙы 1 сентябргә тамамларға тейеш. – Беҙ йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен тәртипкә килтерергә, төҙөкләндереүҙе күп фатирлы йорттарҙың подъездарын, ҡыйыҡтарын һәм фасадтарын ремонтлау менән бергә алып барырға тырышабыҙ, – тип билдәләне Ирина Голованова. Йорттарҙы ремонтлау программаһына ярашлы 2023 йылда 752 подъезды ремонтлау бурысы тора. Был эштәр 21 ноябргә тиклем тамамланасаҡ. Бынан тыш, икенсе йыл рәттән республика күп фатирлы йортт