Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы 2023 йылда сәнәғәт производствоһы үҫешен өс процентҡа тәьмин итеү бурысын ҡуя. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Кластерҙарҙы үҫтереү буйынса эште көсәйтеү, технологик суверенитетты нығытыу – тармаҡтың өҫтөнлөклө бурыстары иҫәбендә. Был хаҡта республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыусы Тимур Герасимов һөйләне. Был принциптар 9 мартта Туймазыла төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы коллегияһы ултырышында тәҡдим ителгән Башҡортостан сәнәғәтен стратегик үҫтереү концепцияһының нигеҙенә ятты. Бынан тыш, министрлыҡ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә стратегик сессия ойошторорға планлаштыра. Унда ғилми берләшмә һәм төп предприятиелар вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Улар бергәләп фәнни-технологик үҫеш, шул иҫәптән импортты алмаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар тәҡдим итәсәк. Башҡортостан ҡатмарлы санкция баҫымы осорон лайы