Ауырыу кешегә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә һәр кем ҙур өмөт менән 03 йәиһә 103 телефон номерын йыя. Хәл иткес минуттарҙа тейешле медицина ярҙамының тиҙерәк барып етеүе һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүе өсөн белгестәрҙән, водителдәрҙән тыш, ашығыс ярҙам машиналарының ышаныслы һәм төҙөк булыуы шарт. Һөйөнөскә күрә, һуңғы йылдарҙа республиканың медицина учреждениелары автопаркы яңырғандан-яңыра, заманса транспорт саралары менән тулылана бара. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин был юлы республиканың 37 ҡала һәм райондары дауаханаларының баш табиптарына төрлө модификациялы өр-яңы 65 санитар автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. – Бөгөн медицина учреждениелары тәүге медицина звеноһы өсөн үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән LADA Granta базаһындағы автомобилдәрҙе генә түгел, ә ашығыс медицина ярҙамы машиналарын да ала. Шулай уҡ беҙҙең иҫкәртеү звеноһы ла ҙур автопаркка эйә буласаҡ: уны күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм медицина тикшеренеүҙәре өсөн комплекстар тулыл