Өфө ҡалаһының "Евразия" агропаркында "Науруз" республика байрамы ойошторолдо. Әйткәндәй, ул тап көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә. Шул иғтибарға лайыҡ, "Науруз" Башҡортостанда 2000 йылдан алып уғҙарыла. Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Башҡортостан халыҡтарының Ассамблеяһы" республика йәмәғәт ойошмаһы. Башҡортостан Башлығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Илшат Ханов ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән сәләмләне. – Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт ғүмер кисерә, – тип һөйләне Илшат Ханов. – Рустарҙың, башҡорттарҙың, татарҙарҙың һәм башҡа милләт вәкилдәренең татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәүе шуға асыҡ миҫал. Ун, илле, йөҙ йылдан һуң да беҙҙең вариҫтарыбыҙ, донъяны тағы ла матур итеү өсөн, бергә йыйыласаҡ. Шуны беләм, бер ниндәй ҙә натовсылар беҙҙе тарҡата алмаясаҡ. Шулай уҡ телмәр тотоусылар – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә идаралығы етәксеһе, Юға