Сираттағы конкурсантыбыҙ Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғәбиҙә Туҡбаева. “Бәләкәйҙән үк күп сәнғәт эшмәкәрҙәре кеүек, тәҙрә төбөн, өҫтәлде сәхнә итеп, концерттар ҡуйып үҫтем. Кейекбай башланғыс мәктәбендә 4 класты тамамлағас 16 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәге Иҫке Собханғолда интернатта ятып уҡып, 10 синыфты тамамланым. Ҡайҙа уҡырға барырға тигән уй булманы. Клубта эшләр өсөн ҡайҙа уҡыйҙар икән тигәс, Заһира апайым (әйткәндәй, ғаиләлә 10 бала үҫтек) Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға алып барып урынлаштырҙы. Хор-вокал бүлегендә уҡып (1989-1992 йылдар), тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Ошо ауыл егетенә тормошҡа сығып, бер малай, ике ҡыҙ үҫтереп, ейән-ейәнсәрле булып, ауылдың гөрләп торған мәҙәни тормошонда ҡайнап, сәләмәтлектә йәшәүҙән дә оло бәхет юктыр”, ти ул. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, 1992 йылда тыуған ауылы клубында эш башлай. Бер урында хеҙмәт итеүенә - 31 йыл. Уның етәкселегендә “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле эшләп килә. Ансамблдәрендә төрлө һөнәр кешеләре йырлай. Табип, уҡытыусы, фельдшер, шәхси эшҡыуар, клуб хеҙмәткәрҙәре, ашнаҡсы, хаҡлы ялдағыларҙың барыһын да йыр берләштерә. Барлыҡ күләмле сараларҙа ла ҡатнашалар, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйҙәр. Йырҙарҙы кисәнең тематикаһына ҡарап, үҙҙәренә оҡшағанын һайлайҙар. Фотолар: vk.com/id207655150, vk.com/public162618657
"Тәҙрә төбөн, өҫтәлде сәхнә итеп, концерттар ҡуйып үҫтем"
20 марта 202320 мар 2023
1 мин