Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йога күнекмәләре бушлай ойошторола

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, Дәүләкән ҡалаһындағы “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә “Тән һәм рух гармонияһы” проекты тормошҡа ашырыла. Ул өлкән быуын вәкилдәренең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында улар өсөн йога менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо арала үҙәк күнекмәләр өсөн кәрәкле ҡулайламалар һатып алырға, йога буйынса тренер, күнекмәләр өсөн бина бүлеү буйынса проект партнерҙары менән килешеү ниәтләй. Бушлай күнекмәләр апрелдә башлана. Улар Дәүләкән ҡалаһындағы дүрт майҙансыҡта ойошторола. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/425704#scroll