Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй. Республикабыҙ етәксеһенә – 59 йәш. Заман менән бергә атлаған көслө, дәрт-дарманлы, хәстәрлекле, яуаплы, талапсан етәксебеҙгә тыуған көнө уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Республика халҡы тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп йүнәлешле, ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Ир кешене, ғәҙәттә, эше буйынса баһалайҙар. Ә уның ошо йылдарҙа башҡарған эше бихисап. Етәксебеҙҙе вазифаға килеү менән тормош төрлө яҡлап һанай. Радий Фәрит улы тәүге көндән үк ең һыҙғанып эшкә тотондо. Республикаға инвестициялар килә башланы, яңы производстволар асылды, хеҙмәт урындары булдырылды. Башҡортостан тураһында Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә күберәк белә башланылар, яңы партнерҙар булдырҙыҡ. Беҙҙә ҡеүәтле, мөһим проекттар тормошҡа ашырыла, мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, йорттар төҙөлә. Башҡортостан күп рейтингтар буйынса илдә, Волга буйы федераль округында алдынғы урындарға сыҡты. Әммә һанауҙар, заман саҡырыуҙары ла