Ҡариҙел районында “Газель” йөк машинаһы яна. Был турала 26 йәшлек күрше ҡатын хәбәр итә. Күп тә үтмәй, полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсе кешене таба. Баҡһаң, был эштә мөхәббәт һәм нәфрәт ғәйепле. Ирле-ҡатынлыларҙың ғаилә башлығы эш буйынса Өфөгә сығып китә. Унда сағында ир ҡатынының шылтыратыуҙарына яуап бирмәй. Йәне көйгән ҡатын унан нисек үс алырға уйлай башлай. Ир Ҡариҙелгә ҡайтҡас, ата-әсәһенә китә, сөнки унан алда ҡатыны менән әрләшә. Ә иренең ауылға ҡайтып та, өйгә инмәй ата-әсәһенә киткәнен белеп ҡалған ҡатын уға “Газель”гә ут төртәм" тип смс-хәбәр ебәрә. Тик ире быға иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек ҡатын иҫерткес эсеп ала ла, бензин тотоп, уйын тормошҡа ашырыу өсөн машина торған туғандарына китә. Тәҙрәһен ватып, салонға бензин һибә, аҙаҡ ут төртә һәм енәйәт урынынан ҡаса. Тик хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә тиҙ сыға. Был машина ирле-ҡатынлының шәхси милкендә булған. Көнсөл ҡатын ғәйебен таныған. Әле килтерелгән зыян кимәле баһалана һәм енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Фото: Эске эштәр министрлығы.