Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә мөһим тема күтәрҙе. Ул – яҙғы ташҡын. “Республикаға тотороҡло йылы һауа килә, уның менән бергә яҙғы ташҡын да яҡынлаша. Быйыл ташҡындың ниндәй буласағын әйтеүе ауыр – синоптиктарҙан 25 мартҡа аныҡ фараздар көтәбеҙ. Ваҡиғалар үҫешенең теләһә ниндәй йүнәлешенә әҙер булырға тейешбеҙ, шуға күрә республика хеҙмәттәре күптән әҙер. Ташҡынды үткәреү буйынса сараларға республика бюджетынан 6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Беҙҙең бурыс – кире эҙемтәләр ихтималлығын кәметеү һәм алдан күреп эш итеү. Ярҙарҙы нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу, гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса бер нисә эште былтыр уҡ башҡарҙыҡ. Әле ашығыс хеҙмәттәр хәлде даими күҙәтә һәм иҫкәртеү сараларын күрә, кәрәк булғанда шартлатыу эштәре алып бара. 15 меңдән ашыу кеше, 3 меңдән күберәк техника һәм 173 йөҙөү сараһы әҙер. 57 автоматик гидромониторинг посы йәлеп ителгән, халыҡҡа хәбәр итеү системалары, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерлә