Ошо ай башында Миәкә үҙәк район дауаханаһына ашығыс ярҙам машинаһы менән шок хәлендәге ҡатын килтерелә. Республика клиник перинаталь үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пациентта балаятҡынан ситтә йөклөлөк осрағын һәм ҡорһаҡ эсендә ҡан китеүен асыҡлағандар. Уны ашығыс рәүештә операция бүлмәһенә алғандар һәм республика клиник перинаталь үҙәгенең акушерлыҡ консультация бүлексәһенә иҫәпкә ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта ашығыс рәүештә акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов һәм табип-анестезиолог-реаниматолог Азат Хәмитов составында санитар авиация бригадаһы ойошторолған. “Бындай ашығыс сәфәрҙәр өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һәр ваҡыт әҙер – юғары класлы ультратауыш аппараты, лаборатория күрһәткестәре өсөн экспресс-анализатор, ҡан туҡтатыусы препараттар, – тип аңлаттылар медицина учреждениеһында. – Пациенттың хәле ҡыл өҫтөндә булыуын иҫәпкә алып, бригаданың килгәнен көтмәйенсә операция башларға ҡарар ителде. Миәкә районы табиптарының берҙәм, оператив эшләүе арҡаһында ҡан ағыуы туҡ