Өфөлә коллегия ултырышында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде һәм экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән юлдар билдәләнде. – Республикала "Экология” милли проектының “Таҙа ил”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекттары тормошҡа ашырыла. “Таҙа ил” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2024 йылдың аҙағына тиклем республика биләмәһендә Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары сигендә урынлашҡан алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Бының өсөн 2022 йылда федераль бюджеттан 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙе арттырыу, һыу баҫыуҙан һәм һыуҙың башҡа кире йоғонтоһонан һаҡлау буйынса эш алып