Башҡортостандың хәрби комиссариаттарына контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланырға теләгән ир-егеттәрҙең күпләп мөрәжәғәт итеүе күҙәтелә. Республикабыҙҙан контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләгәндәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? - иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа. Комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P - контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63. Шәхсән йә телефон аша мөрәжәғәт итергә йәки документтарҙы почта аша ебәрергә мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәткә ғаризаны шулай уҡ - Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында шәхси кабинет аша lkg.mil.ru - Дәүләт хеҙмәттәре порталында "Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү" сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru биреү мөмкинлеге бар. Фото: urgt66.ru
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләһәгеҙ...
26 марта 202326 мар 2023
~1 мин