Ә нимә бирә һуң ул был проект Башҡортостан компанияларына? Әлеге йәһәттән хатта ҡоро һандарға туҡталып үткәндә лә, байтаҡ файҙаны асыҡларға була. Әйтәйек, был проектты ҡулланған компаниялар ниндәйҙер деталь өҫтөндә эшләгәндә эш процесын 38 процентҡа тиклем аҙайта ала, шул уҡ ваҡытта эш һөҙөмтәһе 51 процентҡа арта! Ә ресурс (запас) 33 процентҡа тиклем экономиялана. Стәрлетамаҡ фиброцемент заводын да яҡын киләсәктә ошондай һөҙөмтә көтә. Был кимәлгә ирешер өсөн уларға Федераль компетенция үҙәге эксперттары ярҙам күрһәтәсәк, белгестәр шифер етештереү производствоһын яҡшыртмаҡсы. Проект апрель айында старт ала. Завод BF tech компаниялар төркөмөнә инә һәм цементтан эшләнгән продукциялар буйынса алдынғы заводтарҙың береһе булып тора. Завод ҡараған “Урал хризотилы” акционерҙар йәмғиәте директоры Яков Яланский билдәләүенсә, холдингтың әлеге милли проектта ҡатнашыу буйынса тәжрибәһе бар. Старт аласаҡ проек буйынса БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте буйынса министр урынбаҫары Айрат Фәхретди