Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” программаһына ярашлы, Нефтекама дауаханаһына төбәк ҡан тамырҙары үҙәге өсөн яңы ҡорамал алынды. Юғары класлы үпкәне яһалма елләтеү аппараттары өлкәндәрҙе һәм балаларҙы дауалағанда респиратор ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Табиптарҙың әйтеүенсә, яңы медицина техникаһының төп өҫтөнлөктәренең береһе – үпкәне яһалма елләтеүҙе респиратор ярҙамының бөтә заманса режимдары менән үткәреү мөмкинлеге. Ҡыҫҡаса әйткәндә, төрлө хәл-ваҡиға өсөн елләтеүҙең тейешле режимын һайларға була. – Үпкәне яһалма елләтеү аппараттары бик уңайлы, файҙаланыуҙа яйлы һәм хәүефһеҙ. Резервтағы туҡланыу сығанағы бер сәғәткә тиклем автономлы эште тәьмин итә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Ратмир Гәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.