Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге “Стәрлебаш районы оҫталары-һөнәрмәндәре” рубрикаһында Стәрлебаш ауылынан Эльмира Мирхәйҙәрова тураһында яҙған. Ул полиротангтан кашпо һәм кәрзиндәр үрә. “Күптәр Эльмира Фәрит ҡыҙының эштәре менән таныштыр, тип ышанам. Ул районда ойошторолған сауҙа күргәҙмәләрендә һәм йәрминкәләрҙә даими ҡатнаша. Уның әйберҙәре эргәһенән үтеп китеп булмай, сөнки улар иғтибарҙы ныҡ йәлеп итә, төрлө төҫтә матур эшләнгән”, - тип яҙҙы Рөстәм Рахманғолов. Оҫта кашпо үреү менән йыл ярым шөғөлләнә. “Үҙем үрергә өйрәндем. Иң мөһиме - теләк булһын. Әҙер әйберҙәрҙе, нигеҙҙә, социаль селтәр аша һатам. Районда үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнашам. Башҡа райондарҙан, ҡалаларҙан да заказ биреүселәр бар. Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә кашпоға заказ килә”, - тип белдергән Эльмира Фәрит ҡыҙы. Фотолар: sterlibash.bashkortostan.ru/