18 мартта Рәсәй Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеү көнөн билдәләй. Нәҡ ошо көндө 2014 йылда Ҡырым (Ҡырым ярымутрауында урынлашҡан һәм элек Украина составына ингән Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы менән Ҡырым ярымутрауы территориялары) рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы составына инә. Был биләмәләрҙең Рәсәйгә кире ҡайтыуы 2014 йылдың 18 мартында Мәскәүҙәге Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Рәсәй һәм Ҡырым Республикаһы башлыҡтары ҡул ҡуйған дәүләт-ара килешеү менән нығытыла. Был документҡа ярашлы, Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй Федерацияһына ҡабул ителеп кенә ҡалмай, уның яңы субъекттары ла булып китә. 18 мартта “Родина” кинотеатрында Илһөйәрлек кино клубы сиктәрендә режиссер Сергей Урсуляктың "Праведник" фильмы күрһәтеләсәк. Ул 12:00 сәғәттә башлана. Ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн бушлай күрһәтеләсәк. “Праведник” хәрби драмаһы Благовещен районында тыуып үҫкән Николай Киселевтың үлемһеҙ батырлығы тураһын
Яҡташыбыҙҙың батырлығы нәфис фильмда мәңгеләштерелде
18 марта 202318 мар 2023
2 мин