Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн Благовещен ҡалаһының 3-сө мәктәбендә Рәсәй Балалар һәм йәштәр хәрәкәте "Киттек!" форумының төбәк этабы үтте. – Был форум - әүҙем, талантлы балалар менән танышыуҙың мөһим өлөшө, – ти хәрәкәттең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ранис Хәсәнов. – Бында улар оҫталыҡ дәрестәрендә генә ҡатнашып ҡалмай, ә үҙҙәрен лидер булараҡ һынай, белемдәрен күрһәтә, бер-береһе менән таныша. Хәрәкәттең төп миссияһы ошонда ла инде. Стратегик сессия һөҙөмтәләре буйынса модераторҙар райондан 6 -11-се класс уҡыусылары араһынан 12 баланы һайлап алған, улар артабан республика форумында ҡатнашасаҡ. Март айында форум Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында һәм Мәсетле районында уҙғарыла. Белешмә. Рәсәй Балалар һәм йәштәр хәрәкәте РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса барлыҡҡа килеп, уның ойоштороу йыйылышы уҙған йәйҙә үткәрелде. "Беренселәр хәрәкәте" тигән атамаһы тауыш биреү юлы менән 18-20 декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарылған беренсе съезында бирелде. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта профессиональ һәм юғары белем программаһы буйынса уҡыусылар була ала. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайты.