“Һеҙҙең минең хаҡта нимә уйлауығыҙ мөһим түгел, мин һеҙҙең турала бөтөнләй уйламайым”, – тип әйткән Коко Шанель. Бындай ҡыйыу белдереү яһау өсөн, моғайын, ошо француз модельеры кеүек үҙ-үҙеңә ышанған, уңышлы һәм бойондороҡһоҙ кеше булыу кәрәктер. Ә беҙҙең, ҡәҙимге бәндәләрҙең, нимәгәлер тотонор алдынан иң тәүҙә башына: “Башҡалар нимә әйтер?” – тигән уй килә. Ҡайһы берәүҙәр йәмәғәтселек фекеренән шул хәтлем ҡурҡа, хатта үҙҙәре теләгәнсә йәшәүҙән һәм эшләүҙән мәхрүм, һәр аҙымын “кеше нимә уйлар” тигән һүҙҙәр менән үлсәй, маҡтана тимәһендәр өсөн, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен дә күрһәтеп бармаҫҡа, бер һүҙ менән әйткәндә, эргә-тирәләгеләрҙән әҙ генә булһа айырылып тормаҫҡа тырыша. Беҙҙең халыҡтың “Ағас башын ел бора, әҙәм башын һүҙ бора” тигән мәҡәле бик дөрөҫ. Сағыу, талантлы, ағым ыңғайына йөҙмәгән шәхес, еткерә ҡатылмаған сөй кеүек, һоро масса араһында “һерәйеп” күренеп тора. Беҙҙең халыҡ ундайҙарҙы яратмай: уға был кимәлгә күтәрелеүгә ҡарағанда тегене үҙе менән тиңләү еңелерәк