Башҡортостанда ГТО нормативтарын тапшырыу йәнләнгәндән-йәнләнә. Бының өсөн һәр район-ҡалала үҙәктәр эшләп килә. Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә хатта икәү, Өфөлә – дүрт үҙәк. Әйткәндәй, әлеге ҡалаларҙа “Спорт – йәшәү нормаһы” программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. ГТО нормативтарын үтәү отличие билдәһен алыу ғына түгел, был тәү сиратта үҙеңде камиллаштырыу, маҡсаттар ҡуя белеү һәм уларға өлгәшеү, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш. Рәсәй Мәғариф министрлығының фарманына ярашлы, ГТО комплексының отличие билдәһе юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндә иҫәпкә алына, йәғни 1-ҙән 10-ға тиклем балл өҫтәү хоҡуғын бирә. Өҫтәүенә, ГТО комплексының отличие билдәһенә эйә булғандарға юғары дәүләт академик стипендияһының тәғәйенләнеүе ихтимал. Күптән түгел “Спорт һәм социаль проекттар дирекцияһы” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең ГТО комплексын тормошҡа ашырыу департаменты етәксеһе – генераль директор урынбаҫары Александр Карпов: “Быйыл март башына хәрәкәткә ҡушылғандар һаны 19,83 миллион кеше тәшкил итте