Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алтын миҙал яуланы

Өфөнән Семен Елистратов баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған шорт-трек буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы. Олимпия уйындары чемпионы 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа иң яҡшы күрһәткескә өлгәште (2.11,786 секунд). Быға тиклем ул Рыбинск ҡалаһында ойошторолған шорт-трек буйынса Рәсәй кубогына финал ярыштарында шәп күрһәткескә өлгәшкәйне. Әйткәндәй, бындай чемпионат республи­кабыҙҙа икенсе тапҡыр үткәрелә. Ете йыл элек ил спортсыларын Стәрлетамаҡ ҡабул иткәйне. 1500 һәм 3000 метр арауыҡҡа ярыштарҙа ул – беренсе, 500 метр арауыҡҡа уҙыштарҙа — өсөнсө, 1000 метр арауыҡҡа ярыштарҙа икенсе урын яулағайны. Айһылыу НИЗАМОВА