Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙә быуаттан ашыу

Ҡырмыҫҡалы ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комп­лексында Башҡортостан Республикаһы XXV Уҡыусылар спартакиадаһы егеттәре араһында мини-лапта буйынса төбәк ярыштары булды. Унда беренселекте Ҡырмыҫҡалы ауы­лындағы 2-се урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Ринат Яхин етәкселегендәге команда яуланы. Икенсе урынға – Нуриман, өсөнсөгә Иглин командалары сыҡты. Рус лаптаһы ҙур популярлыҡ яулаған спорт төрҙәренең береһе һаналмаһа ла, республика­быҙҙа уның менән шөғөлләнеүселәр, хатта ил күләмендә призлы урын яулағандар байтаҡ. Был үҙенсәлекле спорт төрөнөң төп маҡсаты – уйынсы юғарыға ырғытҡан тупты бита менән ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫҡараҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ә ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була. Республикабыҙҙа был спорт төрө үткән быуаттың 30-сы йылдарында үҫешә һәм бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында киң тарала. Рус лаптаһының бер төрө булған мини-лаптала бишәр кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларҙың берәүһе һаҡлана, икенсеһе һөжүм итә. Айһылыу НИЗАМОВА