Өфөлә сираттағы, III АРТ-Ҡоролтай асылды. Форумдың эше төрлө майҙансыҡтарҙа үтә. Шуларҙың береһе әле "Башҡортостан"дәүләт концерт залында бара. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сара оҫталыҡ дәресе форматында ойошторолған, ул "Этномәҙәни даирәлә остазлыҡ" тип атала. Майҙанда Мәскәү ҡунағы - "Веретёнца" фольклор ансамбле етәксеһе Валерия Петрушина ҡатнашты. Ул "Остазлыҡ һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә" темаһына сығыш яһаны. Үҙе етәкләгән ансамбль миҫалында милли мәҙәниәтте һаҡлау, балаларға тапшырыу буйынса атҡарылған эштәр, коллективтың үҙенсәлекле проекттары тураһында бәйән итте. Әйтәйек, ансамбль тормошҡа ашырған төп эштәрҙең береһе - Курск өлкәһенең рус халыҡ мәҙәниәтен, уның традицияларын, милли кейемен өйрәнеү. Ансамблдә балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бар. Өлкән быуын вәкилдәре үҫеп килеүсе быуын өсөн ысын мәғәнәһендә остаз булып тора, уларҙа халыҡтың йолаларына, тотош мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға өлгәшә. Ике яҡлы был ихлас аралашыу матур проекттар булып ярала, эштең баһаһын арттыра