15 мартта Ҡариҙел районында Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлында 70 йәшлек ир идара иткән “ВАЗ-2115” автомобиле “Форд Маверик” автомобиле менән бәрелешә. Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, “ВАЗ-2115” киҫелештә сит ил машинаһына юл бирмәгән. Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге 65 йәшлек пассажир - водителдең ҡатыны алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған. Водителде дауаханаға оҙатҡандар. Мәғлүм булыуынса, медицина күҙәтеүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн был ирҙең водитель танытмаһын алған булғандар. – Ҡәҙерле водителдәр, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, юл киҫелештәрендә хәүефһеҙ булыуына инанмайынса, хәрәкәт итеп, үҙегеҙҙе генә түгел, башҡа юл йөрөүселәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбаны булмаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ һәм һаҡ булығыҙ. Хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ, – тип телеграм каналдағы сәхифәһендә яҙҙы республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов. Иҫкәртәбеҙ: ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияларға юл ҡуймаҫ өсөн бөгөн һәм ял көнд