Был матур гөлдө күп хужабикәләр үҫтерергә ярата, тик уның ҡайһы саҡта оҙаҡ сәскә атмауы кәйефте ҡыра. Тәжрибәле баҡсасыларҙың әйтеүенсә, йорт шарттарында гөлдөң сәскә атмау сәбәптәре төрлө. Кактустар ғаиләһенә ҡараған “декабрист” сәскә үҫтереүселәрҙе йылына бер тапҡыр матур сәскә таждары менән һөйөндөрөргә тейеш тә баһа! “Көйһөҙлөк” сәбәптәре нимәлә һуң? Йәй уртаһында сәскә атмай тип көйәләнмәгеҙ, сөнки ул ғәҙәттә декабрь аҙағында ( шуға ла ул”декабрист “ атамаһын алған), сортына ҡарап, ноябрь айында йәки яҙ уртаһында сәскә атыуы ихтимал. Ә ысын кактус тик декабрҙә һеҙҙе һөйөндөрөр. Был гөлгә бик аҙ дым кәрәк, тип уйлағандар яңылыша, сөнки ул тропик урмандарҙа йәшәй һәм даими тәрбиәләгәнде, ваҡытында һыу һипкәнде ярата. Тик һәр нәмәлә сама кәрәк, артыҡ һыу ҡойоу арҡаһында тамырҙарҙың сереүе, тупраҡта бөжәктәр үрсеүе мөмкин. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы тулыһынса кипкәс кенә һыу һалығыҙ. Асыҡ һауала үҫтергәндә өс-дүрт көн аша һыу һибеү ҙә етә. Сәскә атһын өсөн октябрь айынан башлап һыу һи