Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында бишенсе класта белем алыусы шайморатовсылар менән танышыу форсаты тейҙе. Ун бер уҡыусы: алты ҡыҙ һәм биш малай үткән йылдың сентябренән ошондай маҡтаулы һәм яуаплы исемде йөрөтә. Уларҙың кураторы йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Раил Араптанов әйтеүенсә, был класс башҡаларҙан төрлө яҡлап айырыла. – Беренсенән, барыһы ла яҡшы уҡый. Икенсенән, спорт менән шөғөлләнәләр, баскетбол, футбол уйнайҙар, саңғы ярыштарында ҡатнашалар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһыналар. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашыусы яугирҙәр беҙҙең Таймаҫ ауылынан да булған. Уларҙың балалары менән осрашыуҙарға йөрөйҙәр. Музейҙарға ла экскурсия ойошторолоп тора. Башланғыс хәрби әҙерлек буйынса ла белемдәрен камиллаштыралар. Автоматты һүтеп-йыйыу кеүек хәрби оҫталыҡҡа ла өйрәнәләр. Ғөмүмән, рухи һәм физик яҡтан үҙҙәрен нығыталар, – тип һөйләне уҡытыусылары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға шәмдәр әҙерләүҙәре менән дә һоҡлан