Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс “Етегән” республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрҙе, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша тәбрикләне. Жюри ағзалары лауреаттарҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ижады” номинацияларында билдәләне. Проект финалында республиканың төрл