Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡайһы осраҡта аҡсаны кире ҡайтарып була?

“Дауаханала түләүле әмәлиәт эшләтергә тура килде. Был аҡсанан күпме сумманы кире ҡайтарырға мөмкин? Ф. БИКМӘТОВ”. Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтарма­һын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ: l физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ; l медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булырға тейеш; l медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ; l йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш. Айһылыу НИЗАМОВА