Тарихта атай-олатайҙарыбыҙҙың үткәне һаҡлана. Бары үҙебеҙҙең тамырҙарҙы белгәндә генә, был тормошта ныҡлы баҫып йәшәй алабыҙҙыр. Мәктәп музейҙары балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бигерәк тә мөһим роль уйнай. Сөнки йәш быуын һөйләгәндәрҙән түгел, ундағы ҡомартҡылар аша күңеленә мәғлүмәтте һеңдерә. Көйөргәҙе районының Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында булғанда, ундағы бай музей ҙа иғтибарыбыҙҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Тарихты яратҡан, музей асылған көндән етәкселек иткән, ҡомартҡылар туплау өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән уҡытыусы Гөлнур Хәмитова менән танышыу менән дә ҡиммәтле ине мәктәптә булыуыбыҙ. Гөлнур Карамат ҡыҙы Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, ошо мәктәпте тамамлаған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында һөнәр алғандан һуң, 1979 йылда ул үҙенең туған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм хәҙер 44 йыл ошо белем усағында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ләкин бөгөнгө мәҡәләмдә уның музей етәксеһе булыуына өҫтөнлөк бирер инем. – Минең әсәйем тарих уҡытыусыһ