Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды яугирҙәре илебеҙҙең төрлө тарафтарына командировкаларға сығып тора. Әле улар махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бынан бер ай элек отряд яугирҙәре Донбасстан сираттағы командировканан ҡайтты. Уның “Артист” исеме аҫтында йөрөгән яугире Иглин районының Иглин ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә барып, хат яҙған ҡыҙ һәм уҡыусылар менән осрашты. “Артист” З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, тәртип һаҡлау органдарына эшкә урынлаша. Бынан бер ай элек ул хеҙмәт иткән отряд махсус хәрби операция биләмәһенән командировканан ҡайтҡан. Яугир махсус хәрби операцияла булған саҡта алған хаттың хужаһын табырға һәм рәхмәт әйтергә ҡарар итә. Уның менән беҙ ҙә юлға сыҡтыҡ. Иглин ауылының 2-се мәктәбе директоры Ришат Ханов үҙе лә хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, шуға ла бындай сараларҙың мөһимлеген яҡшы аңлай. Ул сығышы менән Нуриман районының Яңы Күл ауылынан. Армияла хеҙмәт иткәндә Төньяҡ Кавказдағы хәрби хә