Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылынан йәнә ҡайғылы хәбәр килде – унда махсус хәрби операцияла ҡатнашып, «Вагнер» ЧВК-һында хеҙмәт иткән Динис Ғарифуллин менән хушлаштылар. Әле яңыраҡ ҡына ошо ауыл егете Фәнис Хөсәйеновты юғалтыу ҡайғыһы йөрәкте һыҡратһа, инде уның класташы Динис мәрхүм булды… «Ике уҡыусымдың да ер ҡуйынында ятҡанына ышана алмайым. Оҙаҡ йәшәргә, бәхетле булырға тейеш ине улар… Мин уларҙы башланғыс кластарҙа уҡыттым. Һәләтле инеләр, шуҡ булдылар, берҙәм инеләр. Барыһы ла асыҡ йөҙлө, иғтибарҙы йәлеп итеп торҙолар. Үҙ балаларым кеүек инеләр...» - ти тәүге уҡытыусылары Айһылыу Мөҙәрисова. Динис Ғарифуллин бала саҡтан сынығып үҫә, спорт менән мауыға. Армрестлинг, көрәш менән шөғөлләнә, гер күтәрә. Әрме хеҙмәтен Ырымбурҙағы мотоуҡсылар ғәскәрендә үтә, 2017 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә ул. Махсус хәрби операцияға 2022 йылдың октябрендә алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә Бахмут янындағы алыштарҙа һәләк була ҡаһарман егет. Ил тыныслығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған егеттәрҙең ауыр тупрағы еңел, йәндәре йәннәттә булһын. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ.