Нәзирә Фәрхетдинова - Бәләбәй районы “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең “Ләйсән” башҡорт йыры халыҡ ансамбле етәксеһе. Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылында тыуып үҫкән ул. Бала саҡтан йыр-моңға әүәҫ. Өфө ҡалаһында Республика музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатын (хәҙер Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) тамамлағандан һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтына музыка уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. Оҙаҡ йылдар Бәләбәй педагогия училищеһында студенттарҙы музыка серҙәренә өйрәтә. Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы. 30 йыл педагогик хеҙмәттән һуң үҙен мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә һынап ҡарарға ниәт итә. “Яҙмыш мине мәҙәниәт, айырыуса “Урал батыр” милли мәҙәниәттәр үҙәге коллективы менән бәйләүенә бик шатмын һәм рәхмәтлемен”, ти ул. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Республика художестволы үҙешмәкәрлек конкурсында, “Ҡош юлы” башҡорт бард йыры фестивалендә һәм башҡа төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. “Ләйсән” башҡорт йыры халыҡ ансамбленең бик күп төрлө дәрәжәләге еңеүҙәрендә Нәзирә Фәрхетдинованың өлөшө бик ҙур. Фотолар: vk.com/id174358345